Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә яңыртылған самолет-һәйкәлгә летчиктар әҙерләү өсөн өйрәнеү тренажеры ҡуйыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөләге самолет-һәйкәлде Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус төҫөнә буянылар. «Июнь» сауҙа-күңел асыу комплексы янындағы АН — 24Б «Һәр саҡ сафта» янғын техникаһы музейының тәүге экспонаты булды. Ул Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һауа флотын кәүҙәләндерә, тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта самолетта урман янғындарын һүндереү буйынса летчиктар әҙерләү өсөн өйрәнеү тренажерын ҡуйыу мәсьәләһе тикшерелә. Уның ярҙамында пилот сифатында үҙ аллы виртуаль осош яһарға һәм урман янғындарын һүндереү миссияһын башҡарырға мөмкин, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Белешмә. Ан-24Б самолеты – бәләкәй һәм уртаса оҙонлоҡтағы линиялар өсөн пассажирҙар самолёты. 1968 йылда «Авиант» заводында сығарылған. БАЛ авиакомпанияһы файҙаланған. Өфөлә һәйкәл сифатында 1990 йылдар башында СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ҡуйылған.

http://www.bashinform.ru/news/1162957-v-ufe-v-obnovlennyy-samolet-pamyatnik-ustanovyat-uchebnyy-trenazher-dlya-podgotovki-letchikov-/

Теги: авиация
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть