Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Лада Веста» һәм «Шевроле Ланос» ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә алты кеше, шул иҫәптән балалар йәрәхәтләнгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Архангел районында 23 майҙа кискеһен Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлының 53-сө саҡрымында ике автомобиль бәрелешеп, алты кеше йәрәхәтләнгән.

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Белорет яғынан елдергән «Лада Веста»ға — 24 йәшлек Өфө ҡыҙы, ә ҡаршыға килгән «Шевроле Ланос»ҡа урында йәшәгән 43 йәшлек идара иткән. Бәрелешеүҙән «Шевроле» янып киткән.

Юл фажиғәһендә «Лада» водителе һәм пассажиры зыян күргән. «Ланос» водителе, уның туғыҙ йәшлек улы, дүрт йәшлек ҡыҙы, шулай уҡ өлкән йәштәге ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Тикшереү бара.    

http://www.bashinform.ru/news/1163048-v-bashkirii-v-dtp-s-uchastiem-avtomobiley-lada-vesta-i-shevrole-lanos-postradali-shest-chelovek-vklyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть