Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө мәктәптәренең береһендә Сик буйы һәм хәрби дан музейы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә Өфөнөң 37-се мәктәбендә Сик буйы һәм хәрби дан музейы эшләй башланы. Музей экспозицияһында сик һаҡсыларының фотолары һәм шәхси әйберҙәре, шулай уҡ «Финист» отряды эҙләнеү эспедицияларынан алып ҡайтҡан экспонаттар тәҡдим ителгән.

Музейҙы асыу тантанаһында хәрби хәрәкәт, сик һағы хеҙмәте ветерандары, Чернобыль атом электр станцияһындағы авария ликвидаторҙары, Өфөләге хәрби-патриотик клубтары вәкилдәре, реконструкторҙар һәм эҙәрмәндәр ҡатнашты.

«Финист», «Урал», «Обелиск», «Ватан» эҙләнеү отрядтары һәм «90-сы пехота Очаков полкы» хәрби-тарихи клуб ингән «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» йәмәғәт ойошмаһының берләштерелгән күргәҙмәһе барышында ҡунаҡтар эҙләнеү экспедицияларында табылған экспонаттар менән таныша һәм 75 йыл элек булған амуниция һәм һалдат көнкүреше әйберҙәрен ҡарай алды.

http://www.bashinform.ru/news/1162965-v-odnoy-iz-ufimskikh-shkol-otkrylsya-muzey-pogranichnoy-i-boevoy-slavy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть