Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

1 июндән республика халҡы велосипедын электричкала бушлай йөрөтә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

1 июндән 31 октябргә саҡлы ҡала яны электричкаларында үҙең менән велосипед йөрөтөү бушлай була. Өҫтәүенә йөктө алыр өсөн бер ниндәй документ тултырырға кәрәкмәй, тип хәбәр иттеләр Дим районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

Был хеҙмәт төрө байтаҡ пассажирҙарҙың үтенесе буйынса уҙғарыла һәм «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең «Билет һатып ал да,  велосипедыңды бушлай йөрөт» акцияһы сиктәрендә ойошторола.

Велосипедты бушлай йөрөтөү буйынса акция велохәрәкәткә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1162892-s-1-iyunya-zhiteli-bashkirii-smogut-besplatno-provozit-velosipedy-v-elektrichkakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть