Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандағы Монополияға ҡаршы хеҙмәт бензинға хаҡтарҙың артыуы сәбәпле ашығыс ултырыш үткәрҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Уҙған шаршамбы, 23 майҙа, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ашығыс ултырышҡа йыйылды. Айына бишенсе тапҡыр бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуы уға сәбәпсе булды.

Республикалағы автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәл төбәк баҙарындағы күпселек нефть компаниялары вәкилдәре ҡатнашлығында тикшерелде. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт етәкселеге хаҡтың объектив күтәрелмәгән осрағында саралар күрергә вәғәҙә итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һуңғы тапҡыр бензинға хаҡ 23 майҙа артты. Хаҡ бер юлы 60 тингә күтәрелде.

http://www.bashinform.ru/news/1162994-antimonopolnaya-sluzhba-bashkirii-iz-za-povysheniya-tsen-na-benzin-provela-ekstrennoe-zasedanie/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть