Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән республикалағы боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тикшерҙе

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фигуралы шыуыу буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән осрашты. Төбәктә булған һәм төҙөлөп ятҡан боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген күтәреү, ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн спорт әҙерлеген камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың баш ҡалаһына Нина Мозер төбәк етәксеһенең саҡырыуы буйынса килде. Рөстәм Хәмитов танылған белгескә граждандарҙы ҡабул иткән саҡта боҙ спортын үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы президенты Сергей Трофимец менән республикалағы спорт комплекстарының оптималь эшләү мәсьәләләрен тикшереү йомғаҡтары буйынса мөрәжәғәт итте.

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһында, ҡала Спорт һарайында, «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында, тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, шулай уҡ шорт-трек буйынса төҙөлөп ятҡан әҙерлек үҙәгендә һәм боҙ аренаһы менән заманса физкультура-сәләмәтләндереү үҙәге төҙөргә күҙалланған биләмәлә булды.

— Мин күргәндең барыһы ла бик яҡшы. Сифат һәм тулылығы буйынса һеҙҙә ошондай иҫ киткес объекттар булыуы һәйбәт, – тине Нина Мозер. – Кешеләрҙең бында булған нәмәләргә хәстәрлек менән ҡарағанын аңлайым.

Осрашыу барышында тренер спорт объекттарында булғанда һуң алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса тәҡдимдәр әйтте.

— Сәфәремдең төп маҡсаты – ул фигуралы шыуыу, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорттағы мөмкинлектәрҙе үҫтереү. Республика үҫешһен һәм спорт дисциплинарында, шул иҫәптән фигуралы шыуыуҙа иң юғары урындарға дәғүә итә алһын өсөн. Бөгөн республикала нимә барлығын күрер өсөн килдем. Хәҙер ошо һырғалаҡтарҙы, үҫеш мөмкинлектәрен – ҡайҙа ниндәй спорт төрҙәре үҫешә алғанын ентекләп өйрәндек, – тине Нина Мозер. – Төбәк етәксеһенә бөгөнгө көнгә республикала спорт өсөн шунса һәйбәт нәмә эшләгәне өсөн рәхмәт әйттем. Беҙ һырғалаҡтарҙа, тау саңғыһы мәктәбендә, биатлон трассаһында булдыҡ. Бөгөнгө көнгә эшләнгәндең барыһы ла – ул чемпиондар тәрбиәләүгә лайыҡ халыҡ-ара кимәлдәге уникаль объекттар.

http://www.bashinform.ru/news/1162940-rustem-khamitov-obsudil-povyshenie-effektivnosti-ledovykh-aren-respubliki-s-zasluzhennym-trenerom-ro/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть