Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй-Ҡытай кардиологтар конгресына әҙерләнәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә 14-15 июндә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса I Рәсәй-Ҡытай конгресы үтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Конгресс-бюрола. Форумда сит илдәрҙән меңдән ашыу белгес һәм 35 ҡунаҡ ҡатнаша. Дауалау алымдарын һәм операцияларҙы трансляциялауҙы тикшереү генә түгел, шулай уҡ генетика, молекуляр биология, яңы дарыуҙар тармағы буйынса кардиологиялағы фундаменталь тикшеренеүҙәр менән танышыу күҙаллана. Медицина ғалимдары яңы ауырыу маркерҙарын, ген-кандидаттарын эҙләү, йөрәк мускулының регенерацияһы мөмкинлектәрен өйрәнеү һәм башҡа нәмәләр хаҡында һөйләйәсәк.

Конгреста Германия, Австрия, Ҡытай һәм Рәсәй тикшеренеүселәре 20-нән ашыу доклад тәҡдим итәсәк. Бер нисә докладты Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Биохимия һәм генетика институты ғалимдары әҙерләй.

http://www.bashinform.ru/news/1162619-v-ufe-gotovyatsya-k-rossiysko-kitayskomu-kongressu-kardiologov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть