Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауат Юлаев» көйәрмәндәрен «Минең йәшел йәйем» фестиваленә саҡыралар

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Шәмбе, 2 июндә, баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҙур хоккей байрамы көтә. «Салауат Юлаев» көйәрмәндәрен «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркына «Минең йәшел йәйем» фестиваленә саҡыралар.

Башҡорт хоккейы фанаттары өсөн аниматорҙар һәм оҫталыҡ кластары менән төрлө зоналар, көйәрмәндәр араһында футбол буйынса төбәк-ара турнир, конкурстар ойошторола, уларҙы «юлаевсылар» талсымы Салауат һәм Юлай ҡатнашлығында фотозона, Ice Girls дәртләндереү төркөмө ҡыҙҙары, «Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһы хоккейсылары һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогы менән автограф-сессия, интеллектуаль викторина, фуд-корт һәм башҡа саралар көтә. Байрам һуңында барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн дөйөм флешмоб ойошторола.

«Минең йәшел йәйем» фестивале көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.              

http://www.bashinform.ru/news/1162635-bolelshchikov-salavata-yulaeva-priglashayut-na-festival-moe-zelenoe-leto/         

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть