Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Республика тимер юлында «Иғтибар - балалар!» акцияһы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй тимер юлдарының тимер юлында, Башҡортостан биләмәһенән йөрөгән ҡала яны поездарында йәрәхәтләнеүҙәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән «Иғтибар — балалар!» акцияһы барышында хәүефһеҙлек дәрестәре уҙғарыла.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «зацеперҙарға» һәм «руферҙарға» төп иғтибар бүленә.

«Йәйге каникулдар алдынан беҙ йәнә балаларға тимер юлындағы объекттарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрөргә теләйбеҙ. Май һәм июнь айҙарында компания белгестәре ҡала яны поездарында уҡыусылар өсөн хәүефһеҙлек дәрестәрен үткәрә. 1 июндә «Толпар» ҡала электричкаһы вагондарының береһендә айырым сара уҙғарыу күҙаллана. Унда Советтар Союзы Геройы Василий Доброрез исемендәге Өфө балалар тимер юлы тәрбиәләнеүселәре һәм Өфө мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша», — тиелә Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы белдереүендә.

http://www.bashinform.ru/news/1162721-na-zheleznoy-doroge-bashkirii-startovala-aktsiya-vnimanie-deti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть