Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй исеменән Словенияла умартасылар конференцияһында ҡатнашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй исеменән Словенияла ауыл хужалығын һәм тауар хәүефһеҙлеген тотороҡло үҫтереү өсөн бал ҡорттарының һәм һеркәләндереүселәрҙең роленә арналған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты.

Форумдың төп маҡсаты – умартасылыҡ проблемаларын хәл итеүҙең иң ҡулай юлдарын әҙерләү.

Конференция эшендә 17 ил вәкиле ҡатнашты. Рәсәй делегацияһы етәксеһе — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда умартасылыҡ тармағының торошо хаҡында һөйләне. Конференцияла ҡатнашыусылар республиканың умартасылыҡ тармағында туплаған тәжрибәһен юғары баһаланы.

Бынан тыш, Әмир Ишемғолов 2021 йылда Халыҡ-ара Апимондия конгресын уҙғарыу урыны булараҡ Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан һәм Өфө менән таныштырҙы.

Конференция эше йомғаҡтары буйынса Словенияла умартасылар форумында ҡатнашҡан 17 илдең берлектәге декларацияһы ҡабул ителде.

20 майҙа Словенияла беренсе Бөтә донъя бал ҡорто көнөн билдәләнеләр. Был байрамды Берләшкән Миллләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы донъяның әһәмиәтле даталары календарына индергән.   

http://www.bashinform.ru/news/1162580-delegatsiya-bashkirii-predstavila-rossiyu-na-konferentsii-pchelovodov-v-slovenii-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть