Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә быйыл йәй һыу буйында туғыҙ ял итеү урыны ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөлә быйыл йәй туғыҙ пляж ойошторола. Улар:

 «Ҡояшлы», Ағиҙел йылғаһы, Киров районы;

«Ағиҙел», Ағиҙел йылғаһы, Киров районы;

«Ҡояшлы яр», Өфө йылғаһы, Октябрь районы;

«Сипайлово Сочийы», Ҡариҙел йылғаһы, Октябрь районы;

«Ҡомло», Өфө ҡалаһы, Калинин районы;

«Карьер», Дим районы;

«Ҡашҡаҙан», Октябрь районы;

«Гольфстрим», Йылы күле, Калинин районы;

«Ожмах яры», Йылы күле.

Уларҙың һәр береһе алдан тикшерелә һәм махсус пляж инвентары менән йыһазландырыла, тип хәбәр итә Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Әле ҡотҡарыусылар пляж миҙгеленә әҙерлек алып бара. Өфөләге эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары ике көн буйына рәсми пляждарҙың һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ҡотҡарыусылар Дим районында эшләне – Тәрән һәм Йылы күлдәрен таҙартты.

«Һыу инеүселәрҙең ялын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү өсөн йыл һайын ошондай саралар уҙғарыла, — тип хәбәр иттеләр Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығынан. — Водолаздар һыу төбөндә соҡор-саҡырҙарҙың булыу-булмауын тикшереүҙән тыш, уны төрлө таштарҙан, ватыҡ быяла киҫәктәренән таҙарта».

Был юлы ла «уңыш» бай булды – ҡотҡарыусылар Йылы күленән таш плитә, кирбес һәм суйырташ, Тәрән күленән иһә төрлө сүп-сар менән бергә металл мангал сығарҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1162195-v-ufe-etim-letom-budet-organizovano-devyat-zon-otdykha-na-vode/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть