Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә «Алтын ай» бейеү ансамбле башҡорт телен яҡлап концерт уҙғарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбле отчет концерты менән сығыш яһаны. Был юлы ул башҡорт телен яҡлауға арналды.

С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университетының концерт залында программа сиктәрендә коллектив репертуарындағы һәм яңы бейеүҙәр күрһәтелде. Шулай уҡ башҡорт шағирҙарының шиғырҙары яңғыраны.

«Биш йыл буйына, биләүҙән тиерлек ижади коллективта шөғөлләнгән балаларҙың үҫеп еткәнен күреү — ҙур ҡыуаныс. Был беҙгә, тамашасыларға, яҡташтарыбыҙ менән осрашып-күрешеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Ҙур мегаполиста Башҡортостанда тыуып үҫкәндәрҙең ҙур ғаилә булып йәшәүе, юғалып ҡалмауы һәм легендар бейеүҙәребеҙ аша башҡа милләттәр араһына сығыуы менән ғорурланабыҙ», — ти ата-әсәләрҙең береһе Лилиә Байморатова.

Сараға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин килгәйне. Ул ансамбль етәксеһе Нәзирә Байегетоваға рәхмәт хатын тапшырҙы һәм йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

«Артистарҙың оҫталығы көндән-көн арта барыуын күреп бик шатланабыҙ. Өлкән төркөм – классик, студенттар һәм уҡыусылар – дәртле, кескәйҙәр иһә күңелде нескәртә торған бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Бейеү номерҙары араһында алып барыусылар Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары хаҡында һөйләне, Башҡортостандың бейеү менән генә түгел, әҙәби йолалар менән дә дан тотоуын төшөнөү ҡыуаныслы. Концерттарҙа күргән матур бейеүҙәр – ҙур эш. Беҙ «Алтын ай» етәксеһенә һәм артистарына башҡарған эштәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша тамашасылар.

«Алтын ай»ҙың 25 майҙағы концерты Еңеү көнөнә бағышлана.

http://www.bashinform.ru/news/1162107-v-moskve-ansambl-bashkirskogo-tantsa-altyn-ay-provel-kontsert-v-podderzhku-bashkirskogo-yazyka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть