Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе делегацияһы менән осрашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстан Республикаһының Павлодар өлкәһе делегацияһы менән осрашты. Уны төбәк аҡымы Булат Бакауов етәкләй. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Һуңғы сирек быуат эсендә Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тип билдәләне республика етәксеһе. Уның нигеҙе – Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан араһында ныҡлы килешеү. Берҙәм иҡтисади киңлек ғәмәлдә.

– Шуныһы мөһим: башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының этник, мәҙәни яҡынлығы Рәсәй-Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ Павлодар өлкәһе менән күп яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Перспективалы йүнәлештәребеҙ Булат Жумабәк улы менән ҡул ҡуйған хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙә сағылыш тапты. Был килешеү оҙаҡ йылдар эшләр тип ышанам.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 392 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 360 миллион доллары – экспорт тауарҙары. Өҫтәүенә Башҡортостандың БДБ илдәре менән тауар әйләнешенең 40 проценты Ҡаҙағстанға тура килә.

Республика етәксеһе фекеренсә, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, ауыл хужалығы, шулай уҡ мәғариф һәм мәҙәниәт төбәк-ара хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре булып тора. Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарҙа Башҡортостанда уҙғарыу күҙалланған ҙур халыҡ-ара саралар хаҡында һөйләне һәм Павлодар делегацияларын уларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

– Һеҙҙең менән эшләү өсөн мөмкинлектәр бик күп. Беҙ сауҙа-әсәнәғәт палаталары буйынса эште әүҙемләштерергә тәҡдим итәбеҙ. Дөйөм алғанда, бизнес, власть структураларын уҙып китеп, үҙ-ара эш итеүҙе, тейешле эште яйға һалыу һәм тиҙ арала һөҙөмтә алыу мөмкинлегенә эйә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Был сәфәр делегацияғыҙ өсөн ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтте. Хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтеү өсөн тиҙҙән Павлодар өлкәһенә барырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.

Булат Бакауов делегацияның хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Башҡортостанға өсөнсө тапҡыр килеүен хәбәр итте. Аҡым ике төбәк тә һөҙөмтәле эш итә алған төп өлкәләрҙе һанап үтте, айырыуса нефть эшкәртеүҙе һәм нефть химияһын билдәләне.

– Шуны әйтеп үтергә кәрәк: ғәмәлдәге хеҙмәттәшлек тағы ла ике йүнәлеш буйынса киңәйә ала: был һыу төбөндәге нефть шламын эшкәртеү технологияһын һәм завод схемаһына гудронды бөтөрөү ҡулайламаһын индереү, – тине Булат Бакауов. – Ошо мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙәр бара. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән әлеге проекттарҙы тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанабыҙ.

– Һуңғы ваҡытта мин кооперация темаһына ҙур иғтибар бүләм. Беҙгә лә «Башҡортостан Республикаһы – Павлодар өлкәһе» кооперативын ойошторорға, өҫтөнлөктәребеҙҙе файҙаланып, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, үҫешергә һәм алға барырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов осрашыу аҙағында. – Өҙлөкһөҙ эшләһәк, ҡыҙыҡлы үҫеш варианттарын табырбыҙ, әлбиттә. Улар бар, улар күренә, эшләргә генә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1162330-rustem-khamitov-vstretilsya-s-delegatsiey-pavlodarskoy-oblasti-kazakhstana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть