Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика Хөкүмәте балыҡсылыҡты үҫтергән эшҡыуарҙарға ярҙам итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй банктарында балыҡ аҙығы һәм балыҡ сәсеү материалдарын алыуға, тауар аквакультураһы объекттары төҙөүгә, төҙөкләндереүгә һәм яңыса ҡороуға алынған кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдар өлөшөн ҡайтарыуға республика ҡаҙнаһынан субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Эшҡыуарҙарға кредиттар буйынса сығымдарҙың проценттарын ҡаплауға төп ставканан 100 процентҡаса дәүмәлдә ҡайтарыла.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың февралендә республика Хөкүмәте һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы араһында балыҡсылыҡты, атап әйткәндә, тауар бикре балығын үҫтереүгә сығымдарҙың өлөшөн ҡайтарыуға республика ҡаҙнаһына субсидиялар биреү тураһында килешеү төҙөлгән. Апрелдә республикаға федераль бюджеттан был маҡсатҡа 793 мең һум күскән. Шулай уҡ республикала өҫтәмә финанслауға аҡса ҡаралған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов субсидияларҙың суммаһын арттырыу һәм уларҙы алыусыларҙың исемлеген киңәйтеү мөмкинлеген ҡарарға йөкләмә бирҙе, тип хәбәр иттеләр министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1162477-pravitelstvo-bashkirii-okazhet-podderzhku-predprinimatelyam-razvivayushchim-rybovodstvo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть