Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Экология. Технологиялар. Тормош» халыҡ-ара экология форумы уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә 6-8 июндә Халыҡ-ара экология форумы, Экология марафоны һәм III «Экология. Технологиялар. Тормош» махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә.

Республика Хөкүмәтендә тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора.

Иң яҡшы технологияларҙы индереүҙе үҫтереү форумдың төп темаһы була. Был йүнәлешкә «Иң яҡшы технологиялар: экология һәм иҡтисад» пленар ултырышы арнала.

Форумдың программаһы менән экологик туризмдың торошон һәм перспективаларын тикшереү, сәнәғәт һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, ҡалаларҙы, һыу һәм һауа мөхитенең сифатын экологик үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм бәхәстәр уҙғарыу ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1162315-v-ufe-proydet-mezhdunarodnyy-ekologicheskiy-forum-ekologiya-tekhnologii-zhizn/

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть