Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда төп дәүләт имтиханында 42 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда был аҙнала, 25 майҙа, башланасаҡ төп дәүләт имтиханында 42,6 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы ҡатнаша. 332 имтихан ҡабул итеү пункты асыласаҡ.

Сит телдәр буйынса беренсе төп дәүләт имтиханы ике көн була: 25 майҙа – яҙма, 26 май – телдән. 2000-дән ашыу кеше инглиз телен тапшырырға теләк белдергән, немец телен – 37, француз телен – бер уҡыусы.

29 майҙа рус теленән мотлаҡ имтиханды 38,5 мең кеше яҙа.

Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн ике төр йомғаҡлау аттестацияһы бар: төп дәүләт имтиханы – уны туғыҙынсы кластарҙың күбеһе тапшыра, ул үҙенең процедураһы һәм нормалары буйынса БДИ-ны хәтерләтә. Дәүләт сығарылыш имтиханын, ҡағиҙә булараҡ,  сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, махсус уҡыу йортонда һәм сикләү урындарында ултырған уҡыусылар яҙа.

Туғыҙынсы класты тамамлаусылар дүрт фән буйынса һынау тота: рус теле һәм математика – ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ имтихандар; биология, география, тарих, информатика, сит тел, физика, химия, йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәт – был исемлектән уҡыусылар икәүһен һайлай. Бөтә тапшырылған имтихандарҙың һөҙөмтәләре аттестатҡа йоғонто яһай.

Туғыҙынсы класта уҡыусылар араһында өҫтәмә һынауҙарҙан йәмғиәтте өйрәнеү, физика һәм информатика иң популяр булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1162061-v-bashkirii-v-oge-budut-uchastvovat-bolee-42-tysyach-devyatiklassnikov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть