Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй хөкүмәтендә акциздарҙы төшөрөү мәсьәләһен өйрәнәләр: бензиндың осһоҙланыуы ихтимал

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

1 июлдән Рәсәйҙә акциздарҙың төшөүе ихтимал. Ошо хаҡта ике чиновник һәм Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анатолий Голомолзиндың һүҙҙәренә һылтанып, «Ведомости» гәзите яҙа.

«Ҡарар яңы кабинет составында яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн яуап биреүсе хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козактың кәңәшмәһендә ҡабул ителде», — тип асыҡлыҡ индерә баҫма.

Шул рәүешле, бер тонна бензинға акциздарҙың өс мең һумға кәметелеүе ихтимал. Яғыулыҡтың бер литры уртаса 2,2 һумға осһоҙлана. Дизель яғыулығына акциздарҙың ике мең һумға төшөүе көтөлә (бер литр өсөн 1,7 һумға арзанайыу).

Алдан Үҙәк банкында бензиндың ҡиммәтләнеү сәбәптәрен аңлаттылар.

Хөкүмәт етәкселәрен бензинға хаҡтарҙың һикереүе бындай аҙымға этәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы аҙнала яғыулыҡтың хаҡы биш тапҡыр күтәрелде. Әлеге ваҡытта АИ-92 «Атум» маркалы бензин – 39,70 һум,  АИ-95 «Атум» – 42 һум, АИ-92 – 39,10, дизель яғыулығы 42,30 һум тора.

http://www.bashinform.ru/news/1162363-v-pravitelstve-rossii-rassmatrivayut-snizhenie-aktsizov-benzin-mozhet-podeshevet/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть