Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубын Ярославлдең «Локомотив» командаһы һөжүм итеүсеһе тулыландырҙы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы Ярославлдең «Локомотив» командаһы һөжүм итеүсеһе Александр Кадейкин менән килешеү төҙөнө. 23 йәшлек форвард Башҡортостандың баш ҡалаһына аҡсалата компенсация һәм бөгөн Америка хоккей лигаһында «Гранд Репидз Гриффинз» өсөн сығыш яһаусы Чехия һаҡсыһы Филип Гронектың урынына килде. Өфө һәм Ярославль араһындағы килешеү хаҡында «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында хәбәр ителә.

«Күсеүҙе яңы саҡырыу булараҡ баһалайым һәм мин бик дәртләнгәнмен. Хәҙер иң мөһиме үҙемде күрһәтергә һәм составта урын яуларға. Көнсығыш һәм көнбайыш уйын стиле буйынса  айырыла һәм үҙеңде көнсығышта, унан бигерәк «Салауат Юлаев» кеүек уйнаусы командала һынап ҡарау бик ҡыҙыҡ», — тип Кадейкиндың телмәренән өҙөмтә килтерә Өфө клубының матбуғат хеҙмәте.

Билдәләп үтергә кәрәк, Александр Кадейкин уйын карьераһын Мәскәү өлкәһенең «Атлант» клубында башлай, һуңынан Петербургтың СКА-һы өсөн сығыш яһай. Континенталь хоккей лигаһының һуңғы ике миҙгелендә форвард «Локомотив»та уҙғарҙы.  

http://www.bashinform.ru/news/1162369-sostav-khk-salavat-yulaev-popolnil-napadayushchiy-yaroslavskogo-lokomotiva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть