Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ағымдағы йылдың март айында хеҙмәткәрҙәргә түләнгән уртаса номиналь эш хаҡы, республиканың кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларын иҫәпкә алғанда, 31 655 һумға еткән. Реаль эш хаҡы, 2017 йылдың марты менән сағыштырғанда, 9,5 процентҡа күтәрелгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Ғәҙәттәгесә, иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереү кеүек иҡтисад өлкәләренә тура килә – уртаса 65 913 һум. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 51 913 һум тәшкил итә.

Республикалағы өс иң юғары табышлы тармаҡҡа химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү инә – айына 45 000 һум.

Киреһенсә, Башҡортостанда күн һәм күндән изделиелар етештереү менән мәшғүлдәр иң әҙерәге ала – 11 894 һум.

Төбәктә йорт-йыһаздары етештереү менән шөғөлләнгәндәр бер аҙ күберәк ала – 13 996 һум.

Өсөнсө урында – кейем-һалым етештереү. Был өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы март айында 16 717 һум тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1162105-stala-izvestna-srednyaya-zarplata-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть