Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй банкы футбол буйынса донъя чемпионатына иҫтәлекле купюра сығара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәй Үҙәк банкы 100 һумлыҡ яңы иҫтәлекле аҡса сығарҙы. Ул футбол буйынса донъя чемпионатына арналған.

«Известия» Рәсәй банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Скоробогатоваға һылтанып хәбәр итеүенсә, уның тиражы 20 миллион тәшкил итә.

Аҡсаның уң яғында Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡасыһы Лев Яшин һәм спортсының ҡаҙаныштарын ҡабатларға хыялланған малай төшөрөлгән. Был быуындар күсәгилешлелеген символлаштыра. Һул яғында Рәсәй картаһы менән ер шары рәүешендәге футбол тубы баҫылған. Аҫта уйындар ойошторолған ҡалалар исемлеге яҙылған.

Купюралар Һамарҙа, Волгоградта, Краснодарҙа, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә әйләнешкә ингән дә инде, июнь аҙағында иһә улар илдең барлыҡ төбәктәренә килеп етергә тейеш.

Футбол буйынса донъя чемпионаты 14 июндән 15 июлгә тиклем 11 ҡалала уҙа. Рәсәйҙәге донъя чемпионатына сит илдәрҙән миллиондан ашыу футбол көйәрмәне килергә ниәтләй. Ябай көйәрмәндәрҙән тыш Рәсәйгә сәйәсмәндәр ҙә килә.

http://www.bashinform.ru/news/1162034-bank-rossii-vypuskaet-k-chempionatu-mira-po-futbolu-pamyatnuyu-banknotu-/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть