Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфөоргсинтез»да изопропилбензол етештереү ҡулайламаһы сафҡа индерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфөлә «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Роснефть» нефть компанияһы төркөмөнә ингән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек йәмғиәте) изопропилбензол (кумол) етештереү ҡулайламаһын яңыртыу инвестиция проектын тамамланы. Уның эшенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы буйынса вице-президенты Александр Романов һәм «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Заруцкий старт бирҙе.

– «Башнефть» һәм «Роснефть» киң инвестиция программаһын алып бара. Бәлки, бөгөнгөһө иң күләмле проект түгелдер. Шуға ҡарамаҫтан, инвестициялар 2 миллиард һумға тиерлек етте. Был байтаҡ. Артабан предприятиены яңыртыу, төҙөкләндереү буйынса пландар бик ҙур һәм әһәмиәтле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе ошо матур, мөһим ваҡиға менән ҡотлайым. «Башнефть», «Роснефть» етәкселәренә, предприятие коллективына, һеҙгә, хөрмәтле дуҫтар, һәйбәт эшләгәнегеҙ, эшегеҙҙе тиҙ, сифатлы башҡарғанығыҙ һәм төҙөлөш буйынса яңы пландар ҡороуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Афарин! Артабан да шулай булһын!

Уҙған йылда «Башнефть» компанияһында хаҡы яҡынса 12 миллиард һумлыҡ таҙартыу ҡоролмалары индерелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Әлеге ваҡытта «Өфөоргсинтез»да яңы производстволар төҙөү һәм булғандарын яңыртыу пландары бар.

Изопропилбензол фенол һәм ацетон етештереүҙә аралаш продукт булып тора, улар үҙ сиратында буяуҙар, иреткестәр, автомобиль, электр техникаһы сәнәғәтендә, шулай уҡ төрөү материалдарында, медицинала һәм фармакологияла ҡулланылған төрлө полимерҙар әҙерләүҙә сеймал булып хеҙмәт итә.

Бынан алдағы изопропилбензол етештереү ҡулайламаһы 1978 йылда төҙөлгән булған һәм һөҙөмтәлелек, сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек буйынса заманса талаптарға яуап бирмәгән. Производствоны төҙөкләндереү 2016 йылда башланды. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,88 миллиард һум тәшкил итте.  

Яңыртыу ҡулайламаның етештереүсәнлеген арттырырға һәм изопропилбензол сығарыуҙы йылына 170 мең тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирҙе. Яңы технологик процесс хәүефһеҙ, экологик яҡтан таҙа етештереүҙе тәьмин итә, сеймал һәм энергоресурс сығымын кәметә. Рәсәйҙә бындай технология тәүге тапҡыр ҡулланылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, изопропилбензол (кумол) етештереү ҡулайламаһын яңыртыу республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә ине.

http://www.bashinform.ru/news/1161952-na-ufaorgsinteze-vvedena-v-ekspluatatsiyu-ustanovka-po-proizvodstvu-izopropilbenzola/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть