Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

19 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән Рәсәй һәм Эстония ҡалалары буйлап «Салауат юлдары» киноэкспедицияһы старт ала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөнән Рәсәй һәм Эстония ҡалалары буйлап «Салауат юлдары» киноэкспедицияһы башлана. Башҡортостан Кинематографистар союзы проекты Президент гранттары фондынан федераль грант алды.

Киноэкспедиция башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин эҙҙәре буйлап сәйәхәт итеүҙе күҙ уңында тота. Юл геройҙарҙы Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә оҙатҡан ҡалалар аша үтә.

Һәр ҡалала Башҡортостан, Салауат Юлаев тураһында нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтеү, фотоһүрәттәр һәм милли кейемдәр күргәҙмәһен ойоштороу, ҡурайсылар, ғалим-тарихсы сығышы, шулай уҡ хәҙерге башҡорт фильмдары менән таныштырыу, башҡорт кино эшмәкәрҙәренең сығышы ҡаралған.

Бер үк ваҡытта киносәйәхәт тураһында документаль фильм да төшөрөлә. Ижади төркөм: проект етәксеһе Фәрит Ғәбитов, тарихи консультант, ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссер — Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева, композитор  — Урал Иҙелбаев, оператор — Илсур Ишәев, директорҙар — Гөлнур Ильясова һәм Гөлфиә Шәрипова, ҡурайсы — Руслан Мөлөков.

Киноэкспедиция маршруты:

30 май – иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленән юлға сығыу

30 май — Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Минзәлә ҡалаһы

31 май – 1 июнь – Ҡазан ҡалаһы

2 июнь – Чебоксар ҡалаһы 

3-4 июнь – Түбәнге Новгород ҡалаһы

5-6 июнь – Владимир ҡалаһы

7-8 июнь – Мәскәү ҡалаһы

9-10 июнь – Тверь ҡалаһы

11 июнь — Бөйөк Новгород ҡалаһы

12 июнь – Псков ҡалаһы

13-14 июнь – Тарту һәм Таллин ҡалалары (Эстония) 

15-16 июнь – Палдиски ҡалаһы. 

16 июнь — милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уның һуңғы төйәгендә билдәләнә. Бының өсөн махсус рәүештә Палдискиға танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев килә.

http://www.bashinform.ru/news/1161803-semochnaya-gruppa-iz-ufy-proedet-dorogami-salavata-po-gorodam-rossii-i-estonii-/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть