Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда праймеризда ҡатнашыусылар намыҫлы көрәшкә саҡыра

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашыусылар намыҫлы көрәшкә саҡырыуға ҡул ҡуйҙы. Бер-береңә хөрмәт менән ҡарарға, шулай уҡ дәғүәселәрҙең абруйын төшөрөргә маташыуҙан баш тартырға саҡырған документ праймеризда ҡатнашыусылар араһында этик килешеү кеүек булды, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән.

«Конкурентлыҡ, асыҡлыҡ һәм легитимлыҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүен уҙғарыуҙың төп принциптары булып тора. Бөгөн барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа ҡул ҡуйған документ үҙеңде дөрөҫ һәм намыҫлы тоторға саҡыра. Ысынында партия кандидаттар һәм уларҙың һайлаусылары араһында сәйәси диалог өсөн йүнәлеш бирә», — тине Константин Толкачев.

Саҡырыуға төбәк парламентының ғәмәлдәге депутаттары ла, яңыраҡ «ПолитСтартап» федераль партия проектында ҡатнашҡан йәштәр ҙә ҡул ҡуйҙы.

Алдан тауыш биреү 2018 йылдың 3 июнендә уҙғарыла. Унда «Берҙәм Рәсәй» ағзалары һәм уның яҡлылар, шулай уҡ партияһыҙ граждандар ҡатнаша. Был көндә Башҡортостанда йәшәүселәр 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа кандидаттар булараҡ күрһәтеү өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидатуралар билдәләй.

http://www.bashinform.ru/news/1161920-v-bashkirii-uchastniki-praymeriz-podpisali-prizyv-k-chestnoy-borbe/          

Теги: праймериз
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть