Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә ЮХХДИ рейдтары бара, төп иғтибар – балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрен иҫкәртеү

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Йәйге каникулдар алдынан Өфөнөң ЮХХДИ бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындығы юл фажиғәләренә юл ҡуймауға йүнәлтелгән «Иғтибар – балалар!» акцияһын уҙғара.

Баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, йыл башынан Өфөлә балалар менән 61 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 63-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған.

«Балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрендә йышыраҡ өлкәндәр ғәйепле — юл ваҡиғаларының дөйөм һанынан 80% тиерлек, — тип күңелһеҙ статистика килтерә автоинспекторҙар. — Водителдәргә «Балалар» тигән юл билдәһе ҡуйылған урындарҙа айырыуса иғтибарлы булырға, йорт, мәктәп, балалар баҡсаһы, стадион, балалар лагеры биләмәләрендә, йәмәғәт транспорты туҡталышы янында һәм башҡа йәйәүлеләр йөрөй торған урындарҙа һаҡ булырға кәңәш итәләр. Ата-әсәләргә, үҙ сиратында, балалары менән юлда йәрәхәтләнеүҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән әңгәмәләр үткәрергә кәрәк, айырыуса юлда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатыуға иғтибар бүлеү мөһим. Юлдарҙа балаларҙың именлеге өлкәндәргә бәйле булыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ һәм үҙегеҙ өлгө күрһәтергә онотмағыҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1161763-v-ufe-prokhodyat-reydy-gibbd-osoboe-vnimanie-profilaktike-dtp-s-uchastiem-detey/

     

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть