Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» составында КХЛ чемпионатының бронза призеры карьераһын «Торос»та дауам итә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

36 йәшлек һөжүмсе Артем Чернов хоккей карьераһын Нефтекаманың «Торос» клубында дауам итә. Был хаҡта мәғлүмәт команданың рәсми сайтында баҫылған. 

Белешмә

Артем Чернов – Новокузнецк хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Уйын карьераһында форвард Омскиҙың «Авангард», Минскиҙың «Юность», Балашиханан Эске эштәр министрлығы хоккей клубы, Мәскәүҙең «Динамо», Түбәнге Новгородтың «Торпедо», Екатеринбургтың «Автомобилист», Мытищиҙың «Атланта», Чеховтың «Витязь» командалары формаһын кейеп өлгөрҙө.

Шулай уҡ һөжүмсе Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубында ла уйнаны, 2016 йылда Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында көмөш миҙалдар яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хоккейсы 2016/17 йылдар миҙгелендә «Торос» составында боҙға сыҡҡайны.

http://www.bashinform.ru/news/1161454-bronzovyy-prizer-chempionata-kkhl-v-sostave-salavata-yulaeva-prodolzhit-kareru-v-torose/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть