Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Лиффт» журналы башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән республика башлығы грантына сыға

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Лиффт» Бөтә Рәсәй әҙәби журналының өсөнсө төбәк һаны башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән Башҡортостан башлығы грантына сыға. Журнал йолаһы буйынса, республика шағирҙары һәм яҙыусыларының һәр береһе үҙенең тыуған төйәге менән таныштыра.

Әбйәлил районында тыуып үҫкән шағирә Гөлназ Ҡотоева үҙ ырыуы һәм ғаиләһе тарихын бәйән итә. Белорет районынын сыҡҡан шағирә Гүзәл Ситдиҡова ла тарихи теманы үҫтерә һәм ошо хаҡта уйлана. Уның заман,  яҙмыш, тамырҙарыбыҙ тураһында «Тау ҡыҙы» һәм «Һалдат күлдәге» шиғырҙары Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын байрам иткән көндәрҙә барлыҡ ватандаштарыбыҙҙың хис-тойғолары менән ауаздаш.

Шағир-автор һәм шағир-тәржемәсе: Фәниә Ғәбиҙуллина менән Айрат Еникеевтың, Лариса Абдуллина менән Светлана Чураеваның ижади тандемы бик ҡыҙыҡлы. Сығышы менән Бәләбәй районынан булған шағирә Кристина Андрианованың поэзияһы һәм тәржемәләре иғтибарҙы йәлеп итә. Был һанда уның тәржемәһендә танылған һүҙ оҫталары Зөфәр Вәлиттең, Зөһрә Ҡотлогилдинаның шиғырҙары баҫылған. Зөлфиә Ханнанованың «Атай йорто»нан алып Марсель Сәлимовтың Олимп үрҙәренә тиклем – әлеге һандың шиғри диапазоны шундай.

Азамат Юлдашбаевтың «Зэк Закирйән» хикәйәһе (Айҙар Хөсәйенов, Гүзәл Байғотлина тәржемәһе) авторҙың ябай кешегә, хәстәрлекле ауыл эшсәненә һөйөүе менән һуғарылған. Башҡорт прозаигы Мөнир Ҡунафиндың «Артта – Мәскәү» повесының бүлеге сағыу, образлы, халыҡсан, йәнле теле менән айырылып тора. Мәхмүт Сәлимовтың прозаһы башҡорт халҡының тарихын аса. 

Журналдың ҡунаҡ бүлмәһендә ҡаҙаҡ әҙәбиәтсеһе Ғалым Жайлыбай Орынбай Жанайдаров тәржемәләгән «Ватыҡ арба» исемле йөкмәткеле шиғыр менән сығыш яһай.

Әҙәби оҫталыҡ мәктәбендә журналист, прозаик, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зайфа Цуканованың мәҡәләһе баҫылған. Ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошона һәм ижадына арналған.

Ғалимдар, әҙәбиәтселәр Рәшит Шәкүр, Зәки Әлибаев, Әхәт Сәлихов, Алина Рәхимованың мәҡәләләренән бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1161688-zhurnal-lifft-s-proizvedeniyami-bashkirskikh-pisateley-vykhodit-na-grant-glavy-/

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть