Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөләге Еңеү паркында сик һаҡсыларына һәйкәл асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

26 майҙа Сик һаҡсылары көнө алдынан һәм Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға ҡарата Өфөләге Еңеү паркында сик һаҡсыларына арналған мемориаль комплекс асыу тантанаһы була.

Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллин һәйкәлдең эскизы өҫтөндә 4 ай буйы эшләгән. Бейеклеге 4 метрлыҡ һәм ауырлығы 250 килограмлыҡ композиция композит полимерҙан башҡарылған, тип хәбәр итә «Бөтә Өфө» телеканалы. Проект авторы скульптура 50 йылға иҫәпләнгән тип вәғәҙәләй. Әлеге ваҡытта скульптуралар өҫтөндә эштәр тамамланып килә.

Яңы мемориаль комплекс йәштәргә Рәсәй һәм совет һалдаттарының эше, ҡаһарманлығы хаҡында күберәк мәғлүмәт бирер, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыр, тигән ышаныста ойоштороусылар.

Шулай уҡ Сик һаҡсылары көнө барышында 26 майҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында бөтә быуын сик һаҡсыларына бағышланған тантаналы йыйылыш була. 28 майҙа Еңеү паркында Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан саралар уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1161593-v-ufimskom-parke-pobedy-poyavitsya-pamyatnik-voinam-pogranichnikam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть