Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан «ПолитСтартап» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса иң яҡшы төбәк тип танылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан «ПолитСтартап» федераль партия проектын тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы төбәк булды. «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары Евгений Ревенко Мәскәүҙә «Йүнәлеш 2026» партия конференцияһы барышында «Партияның яңырыуы: партия төҙөлөшө, «һанлы партия», «алға китеш идеологияһы» фекер алышыу майҙансығында ошо хаҡта белдерҙе.

Коллегалары алдында сығыш яһап, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев Башҡортостандан федераль «ПолитСтартап»та 257 йәш кеше ҡатнаша, уларҙың 160-тан ашыуы – алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар, ҡалғандары – политтехнологтар булыуын билдәләне.

Партия яңырыуының мөһим йүнәлештәренең береһе – уның эшмәкәрлегенә әүҙем йәштәрҙе йәлеп итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. Бының өсөн төбәк бүлексәһе декабрҙән алып мартҡа тиклем йәштәр праймеризы уҙғарҙы. «Берҙәм Рәсәй» проектты тормошҡа ашырыуға Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, «Йәш Гвардия», «Йәштәр сәйәсәте лигаһы», Юнармия һәм профсоюз студент ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итте. Өҫтәүенә партия ағзалары үткәреү форматын һәм еңеүселәрҙе йәштәр үҙҙәре билдәләргә тейеш тигән ҡарарға килде.

«Йәштәр праймеризында ҡатнашыу йәштәрҙе «ПолитСтартап» федераль проектына һәм алдан тауыш биреүгә әҙерләне, үҙҙәрен танытыуҙы һәм электораль базаны киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Бындай тәжрибә йәштәргә ораторлыҡ, лидерлыҡ һәм ойоштороу һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Хәҙер уларҙың күбеһе уҡый, «ПолитСтартап» проектының федераль һәм төбәк остаздары менән осрашыуҙар үткәрә», — тип хәбәр итте Константин Толкачев.

Ошо проекттарҙы бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә күп кенә йәштәр әлеге мәлдә республикала барған Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар сифатында алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты. 660-тан ашыу кандидаттың 40 процентҡа яҡыны — 35 йәшкәсә йәштәр.

«Ошо йәштәр проекттарын ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһен берләштереүҙе һәм уларҙы даими нигеҙгә күсереүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйбеҙ. Шулай итеп, «ПолитСтартап» проекты видеодәрестәрҙән һәм остаздарҙан белем алырға, йәштәр праймеризы барышында уларҙы дебаттарҙа ҡулланып ҡарарға мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә йәштәр төрлө кимәлдәге һайлауҙа алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға яҡшыраҡ әҙерләнә, партия иһә йәш кадрҙар менән тулылана һәм яңы идеялар тыуа», — тине Константин Толкачев.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары Евгений Ревенко әлеге тәҡдимде хупланы. 

http://www.bashinform.ru/news/1161358-bashkiriya-priznana-luchshim-regionom-po-realizatsii-federalnogo-proekta-politstartap/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть