Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Бөтәһе лә өйҙә саҡта» тапшырыуында Өфөнән ата-әсәй эҙләгән 9 айлыҡ Егорҙы күрһәттеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Рәсәй-1» каналында «Бөтәһе лә өйҙә саҡта» тапшырыуының «Һеҙҙең балағыҙ була» рубрикаһында Өфөнән ата-әсәй эҙләгән 9 айлыҡ Егорҙы күрһәттеләр.

Малай ҡалалағы балалар учреждениеларының береһенә сабый килеш эләгә. Уның әсәһе хоҡуҡтарҙа сикләнгән, атай графаһында һыҙыҡ тора. Бала инвалид түгел, дүртенсе сәләмәтлек төркөмөнә ҡарай, тип асыҡлыҡ индерҙеләр баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығында. Сабый яңы имгәкләй башлаған, хәҙер ул донъяны әүҙем өйрәнә, төркөмөндәге бөтә мөйөштәргә ҡыйынлыҡтарһыҙ барып етә. Тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар Егор үҙенең тәүге аҙымдарын әсәһенә табай эшләр тип ышана.

Тапшырыуҙан һуң Идаралыҡҡа Егор хаҡында белешергә теләгән граждандарҙан 20-ләгән шылтыратыу булған. Шылтыратыуҙарҙың күбеһе Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, Өфөнән, Төмәндән, Һамарҙан, шулай уҡ Ырымбур һәм Калуга өлкәләренән. Әлеге аныҡ дәғүәселәр юҡ.

Шулай уҡ Башҡортостандан ата-әсәй эҙләгән башҡа балаларҙың видеопаспорттарын уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусылар өсөн «Видеопаспорт» мәғлүмәт-эҙләнеү системаһы сайтында ҡарарға мөмкин. Өфөнөң проект менән хеҙмәттәшлек осоронда баш ҡалалағы балалар учреждениеларынан 60-тан ашыу етем бала ғаиәләләргә урынлаштырылған.

http://www.bashinform.ru/news/1161570-v-programme-kogda-vse-doma-pokazali-9-mesyachnogo-egora-iz-ufy-kotoryy-ishchet-roditeley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть