Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23 ↓

EUR 73.72 ↓

23 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубынан Илья Зубов китә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һәм Илья Зубов яҡтарҙың килешеүе буйынса контрактты өҙҙө. Ошо хаҡта Өфө командаһының рәсми сайтында хәбәр ителә. Форвардтың «юлаевсылар» менән хеҙмәт килешеүе киләһе миҙгел аҙағына тиклем ғәмәлдә ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 йәшлек һөжүм итеүсе «Салауат Юлаев»ҡа былтыр Омскиҙың «Авангард»ынан килде. Өфө клубы өсөн хоккейсы Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатында 40 һәм плей-офта һигеҙ уйын үткәрҙе. Даими чемпионатта Зубов 20 (5+15) һәм плей-офта өс мәрәй йыйҙы.

Башҡортостан клубы һөжүм итеүсегә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте һәм артабан һөнәри уңыштар теләне.

http://www.bashinform.ru/news/1161295-khk-salavat-yulaev-pokidaet-ilya-zubov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть