Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

22 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм 26-сы «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла. Ул нефть-газ химияһы комплексы өсөн яңы технологиялар һәм ҡорамалдар менән танышыу өсөн ҙур майҙансыҡтарҙың береһе. Унда тармаҡтың алдынғы предприятиелары, шулай уҡ химик машина эшләү һәм инжиниринг ойошмалары, яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн ҡорамалдар етештереүселәр ҡатнаша.

Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, быйыл экспозиция 14 мең квадрат метрҙағы биш майҙансыҡта урынлаша. Күргәҙмәлә 10 илдән һәм Рәсәйҙең 32 төбәгенән 320-нән ашыу компания ҡатнаша. Тәҡдим ителгән продукцияның 80 проценты – илебеҙҙҙә етештерелгән тауарҙар.

Пленар ултырыштың темаһы – «Рәсәй донъялағы нефть-газ химияһы тармағын үҫтереү трендтарында». Форум сиктәрендә бер төркөм түңәрәк өҫтәл күҙалланған, уларҙа тармаҡ барҙарҙарының торошо, инновацион технологияларҙы үҫтереү, тар махсуслаштырылған темалар тикшерелә.

Сараны ойоштороусылар иҫәбендә – Башҡортостан хөкүмәте.

http://www.bashinform.ru/news/1161712-v-ufe-otkryvaetsya-rossiyskiy-neftegazokhimicheskiy-forum-i-mezhdunarodnaya-vystavka-gaz-neft-tekhno/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть