Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙарына майҙандарҙың өстән бер өлөшөн сәсергә ҡалды – Ауыл хужалығы министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика аграрийҙарына яҙғы культуралар менән планлаштырылған майҙандарҙың өстән бер өлөшөн сәсергә ҡалды.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә яҙғы сәсеү 1,393 миллион гектар майҙанда башҡарылған, ул пландан 68 процент тәшкил итә.

  Иң яҡшылар иҫәбендә – ярауай сәсеүҙе 80-81 процентҡа тамамлаған Стәрлебаш, Федоровка, Илеш һәм Хәйбулла райондары.

  Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, шул арала Башҡортостанда ямғырҙар яуыу сәбәпле ярауай культураларҙы сәсеү кампанияһының тиҙлеге түбәнәйгән.

  Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл сәсеү майҙандарының структураһы юғары маржиналь культураларҙы арттырыу яғына үҙгәргән. Һүҙ, тәү сиратта, майлы культуралар хаҡында бара.

http://www.bashinform.ru/news/1161224-agrariyam-bashkirii-ostalos-zaseyat-tret-ploshchadey-minselkhoz/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть