Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Евразия йөрәге»н Вероника Джиоева менән Симфоник төн аса

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

8-12 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Евразия йөрәге-2018» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә.

Фестивалде open air форматында Симфоник төн аса. Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры был кистең төп геройы була. Программала П.И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетынан сюита, Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар яңғырай.

Быйыл Өфө амфитеатры Рәсәй опера театрҙарының алдынғы солистарын йыя. Башҡортостандың баш ҡалаһына Ҙур театр солисы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстары лауреаты, «Алтын битлек» һәм «Алтын софита», шулай уҡ сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Чехияның «EURO Pragensis Ars» милли премияһын яулаусы Вероника Джиоева килә.

Концертта симфоник оркестр менән бергә Т.Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Ш.Бабич исемендәге Милли йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина ҡатнаша. Пуль артында – оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры, республиканың атҡаҙанған артисы Раушан Яҡупов.

http://www.bashinform.ru/news/1161631-mezhdunarodnyy-festival-iskusstv-serdtse-evrazii-v-ufe-otkroet-simfonicheskaya-noch-s-veronikoy-dzhi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть