Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23 ↓

EUR 73.72 ↓

23 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө рапирасыһы Тимур Сафин Шанхайҙа Гран-при турнирында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рио-де-Жанейрола олимпия чемпионы, Өфө спортсыһы Тимур Сафин рапирала фехтование буйынса Гран-приҙа икенсегә көмөш миҙал яуланы. Ул Туриндағы оҡшаш ярыштарҙан һуң Шанхайҙа икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

«Был миҙгелдә Сафин Гран-приҙың бөтә турнирҙарында иң көслө һигеҙгә ингән берҙән-бер рапирасы булды. Ике икенсе урындан тыш, ул Анахаймда (АҠШ) бишенсе булды», — тип хәбәр ителә Рәсәй Фехтование федерацияһының рәсми сайтында.

Финалдағы алышта Тимур Сафин Британия рапирасыһы Ричард Крюзға биреште – 13:15.

http://www.bashinform.ru/news/1161367-ufimskiy-rapirist-timur-safin-vzyal-serebro-na-turnire-gran-pri-v-shankhae/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть