Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Өфө эргәһендә шәхси йорт төҙөү өсөн алты участка аукционға ҡуйыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөләге ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы Нуғай, Самохваловка, Королев, Искин ауылдарында һәм Кузнецов затонында шәхси торлаҡ төҙөү өсөн алты участканы аукционға ҡуя. Сауҙалашыу 22 июнгә билдәләнгән.

Иң ҡиммәт лот – Кузнецов затонының Һынаусылар урамындағы ер. 13,76 сутый ерҙең башланғыс хаҡы – 2,21 миллион һум.

Иң «бюджетлы» лоттар аэропорт янындағы Королев һәм Искин ҡасабаларында урынлашҡан: 10 һәм 14 сутый 547,8 мең һәм 690, 4 мең һумға сауҙалаша.

Нуғайҙағы ике 15-әр сутый участканың башланғыс хаҡы — 1,14 миллион самаһы һәм 926,6 мең һум.

Бөтә участкалар ҙа электрға һәм газға тоташтырыла, үҙәкләштерелгән һыу үткәргестәргә тоташтырыу мөмкин түгел.

http://www.bashinform.ru/news/1161166-shest-uchastkov-pod-izhs-v-prigorodakh-ufy-vystavlyayutsya-na-auktsion/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть