Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала урман янғындарын һүндереү һөҙөмтәлелеге 97 процент тәшкил итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә 82 урман янғыны теркәлгән. Уларҙы һүндереү өсөн 1300-гә яҡын кеше һәм 378 берәмек техника йәлеп ителгән.

«Һүндереү һөҙөмтәлелеге әле 97 процент тәшкил итә, урман фонды биләмәһендә ҙур янғындарға юл ҡуйылманы», – тине республика хөкүмәтендәге ултырышта Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Уның һүҙҙәренсә, урман янғындарына әүәлгесә кеше факторы, шул иҫәптән ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе.

Мәҫәлән, ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ҡануниәт талаптары үтәлмәй.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, запас һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә 100-ҙән ашыу сүп-сар һәм усаҡ яғыу осрағы асыҡланған һәм тикшерелә. 50 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Бынан тыш, урман фонды биләмәһен күҙәтеү һөҙөмтәһендә 125 янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән. 100-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған да инде.

«Урман янғындарының артыуына бәйле, 11 майҙан төбәктең урман фонды биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Урман хужалығы министрлығының урман хужалығы бүлектәре көсө һәм саралары юғары әҙерлек режимына күсерелгән. Янғындарҙы һәм ҡануниәт боҙоусыларҙы тиҙ арала асыҡлау өсөн урынды авиация ярҙамында күҙәтеү ойошторола», – тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов.

http://www.bashinform.ru/news/1161183-operativnost-tusheniya-lesnykh-pozharov-v-bashkirii-sostavlyaet-97-protsentov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть