Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә таш ҡуйылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/

Башҡортостандың Салауат районында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә мемориаль таш ҡуйылды. Иҫтәлекле акцияны Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы, Мосолмандар Диниә назаратының йәштәр бүлеге, «Салауат вариҫтары» һәм Әлкә ауылы Советы ойошторҙо. Ташҡа, Салауат Юлаевҡа арнап, түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:

«Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттар!» - тип

Һинең рухың шаңдай оранда.

— Юҡ, беҙ мәңгелек башҡорттар! – тип

Ҡабатлайбыҙ көн дә Уралда» .

«Салауат районында яндырылған Тәкәй ауылы урынында таш тирмә бар, милли батырыбыҙ тураһында иҫтәлекле ташты шунда ҡуйҙыҡ, — тип һөйләне башҡорт йәштәре ҡоролтайы һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов. — Әлкә мәктәбендә төркөмөбөҙҙөң ҙур концерты булды. Һуңынан беҙ балалар менән таш ҡуйылған урынға барҙыҡ. Ҡурайҙа уйнаныҡ, балалар шиғыр һөйләне, бейенек, фотоға төштөк».

Ошо уҡ көндә Салауат районында «Мәңге  күңелдә...» спорт фестивале үтте. Ул хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр, спорт һөҙөмтәләренә ирешкәндә ғүмерҙәре өҙөлгән спортсылар иҫтәлегенә бағышланды. Фестивалдең төп маҡсаты — Башҡортостан йәштәрен гражданлыҡ-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү.  

Фестивалдә туристик, эҙәрмән, хәрби-патриотик клубтар, секциялар, түңәрәктәр, берләшмәләрҙең 12-18 йәшлек тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. «Арғымаҡ» төркөмө фестивалдә Салауат Юлаев мәмерйәһендә концерт менән сығыш яһаны.

Милли батырҙың төйәгенә баш дирижер, Салауат районында тыуып үҫкән Азат Шахмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй Милли гвардияһының Симфоник оркестры килгәйне. «Салауат вариҫтары» ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов фестивалдә ҡатнашыусыларға Салауат районы тарихы һәм башҡорт ырыуҙары тураһында китаптар бүләк итте. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Рәми Ғариповтың «Салауат батыр» шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

«Арғымаҡ» төркөмө симфоник оркестр менән бергә ике йыр башҡарҙы, — тип хәбәр итте Ринат Рамазанов. — Кискеһен иһә Салауат Юлаев музейында беҙ Музейҙар төнөндә сығыш яһаныҡ. Ҙур концерт һәм театрлаштырылған тамаша булды. Салауат Юлаев саҡырыу һүҙҙәре менән музейҙан сыҡты һәм һуңынан бар халыҡ музейға инде». 

http://www.bashinform.ru/news/1160990-v-bashkortostane-byl-ustanovlen-kamen-v-pamyat-o-natsionalnom-geroe-salavate-yulaeve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть