Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда баҫыуҙа ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Ишембай районында, Кинйәбулат ауылы янында, 18 майҙа көнбағыш сәселгән баҫыуҙа ҡатын-ҡыҙ мәйетен тапҡандар. Баҡтиһәң, 16 майҙа кис көнө крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы ауыл хужалығы эштәрен башҡарған саҡта трактор менән 43 йәшлек ҡатындың өҫтөнән үтеп киткән. Ҡатын иҫерек килеш баҫыуҙа йоҡлап ятҡан тип фаразлана. Ул алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Йәнһеҙ кәүҙәһен ике көндән һуң табып алғандар.

Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1161261-v-bashkirii-v-pole-nayden-trup-zhenshchiny/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть