Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумын уҙғарыу планы раҫланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

9-10 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында «Урал аръяғы-2018. Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы ойошторола. Республика Хөкүмәте форумды уҙғарыу планын һәм ойоштороу комитетының эшсе төркөмө составын раҫланы.

Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары һәм институттары тураһында профессиональ диалог ойоштороу, шулай уҡ ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм уларҙы үҫтереү күҙаллана.

Форум эшендә 300-ҙән ашыу делегат – федераль һәм төбәк власы органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, фәнни үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү институттары вәкилдәре ҡатнаша.

Сара программаһында пленар ултырыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ һабан байрамында ҡатнашыу һәм агротуризмды, ваҡиғалар туризмын һәм этнотуризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1161004-v-bashkortostane-utverzhdyen-plan-provedeniya-ekonomicheskogo-foruma-zaurale-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть