Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡурайсылар байрамында Ҡурайсылар аллеяһы асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Октябрьскийҙа Ғата Сөләймәнов исемендәге XVIII республика Ҡурай байрамы уҙҙы.

Байрамдың икенсе көнө яңы йоланан башланды. Конкурс еңеүселәре һәм финалсылар Октябрьскийҙағы Юрий Гагарин исемендәге паркта Ҡурайсылар аллеяһына нигеҙ һалды. 

Ҡурай моңдары аҫтында 18 йәш шыршы ултыртылды.

«Һоҡланғыс ҡурай моңо ҡоштар һайрауы менән бергә ҡушылды һәм, боронғо халыҡ сәнғәтен данлап, паркка таралды. Ҡурай байрамы ысын брендҡа әүерелгән ҡалала «Ҡурайсылар аллеяһы»ның барлыҡҡа килеүе символик мәғәнәгә эйә. Шул рәүешле конкурсанттар оҙаҡ йылдарға үҙҙәре хаҡында иҫтәлек ҡалдырҙы», — тип хәбәр итә Октябрьскийҙың матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/news/1160765-v-bashkortostane-na-prazdnike-kuraya-otkrylas-alleya-kuraistov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть