Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡала көнөндә Өфөлә «Изге былау» хәйриә байрамы ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

12 июндә, Ҡала көнөндә, Өфөләге С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды сирле балалар өсөн сираттағы «Изге былау» шәфҡәтлелек байрамын уҙғара. Асыҡ майҙансыҡта баш ҡалабыҙҙың билдәле кешеләре һәм иң яҡшы ресторандар командаларға берләшә.

Көн дауамында улар үҙҙәренең рецебы буйынса былау бешерә, ә байрам ҡунаҡтары һәм компетентлы жюри уларҙың оҫталығын баһалай.

Конкурста 15 команда ҡатнаша, кулинар бәйге жюрийында — Мәскәүҙән килгән билдәле концепт-шеф, блогер һәм көнсығыш аш-һыуы оҫтаһы, «Көнсығыш нескә ҡараш талап итә» китабы авторы Хәким Ғәниев.

Тәмле байрам баш ҡала халҡына һәм уның ҡунаҡтарына былауҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарауҙан тыш, ҙур изге эштә ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Ошо көндә йыйылған аҡса «Мәрхәмәт» фондының «Йөрәк һыҙығы» программаһына йүнәлтелә.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Уҙған йылда фондтың «Былау культы» хәйриә байрамында 200 меңдән күберәк аҡса йыйылғайны. Аҡса фондтың тәрбиәләнеүселәрен дауалауға йүнәлтелде.

http://www.bashinform.ru/news/1160450-v-den-goroda-v-ufe-sostoitsya-blagotvoritelnyy-gastronomicheskiy-prazdnik-dobryy-plov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть