Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Рәсәй-1» телеканалы «Зөләйха күҙҙәрен аса» фильмына төшөрөүгә тотона

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Рәсәй-1» телеканалы күп сериялы «Зөләйха күҙҙәрен аса» фильмын төшөрөүгә тотона. Төп ролде, китаптың авторы Гүзәл Яхина теләгәнсә, күренекле Рәсәй актрисаһы Сулпан Хамматова уйнай.  «БИЗНЕС Online» гәзите хәбәр итеүенсә, августан себер тәбиғәтен һәм Ангара ролендә Каманы Татарстандың Лайыш һәм Чистай райондарында төшөрәләр. Унда ғәйәт ҙур Сәмреғош махсус ҡасабаһының декорацияһы төҙөләсәк.

Күп сериялы фильмдың яҡынса телеэкрандарға сығыу ваҡыты – 2019 йылдың икенсе яртыһы.

Сериалдың режиссеры –  Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусы һәм Вадим Әбдрәшитовтың уҡыусыһы Егор Анашкин. Һуңғы варианты автор Гүзәл Яхина менән килешеләсәк.

Гүзәл Яхинаның ХХ быуаттың 30-сы йылдарында «кулак» тип һөргөнгә ебәрелгән татар ҡыҙы тураһында «Зөләйха күҙҙәрен аса» тигән тәүге китабы бестселлерға әйләнде һәм донъяның 20 теленә тәржемә ителде. Китап буйынса тәүге театр постановкаһы Өфөлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡуйылды. Гүзәл Яхина махсус рәүештә Өфөгә килде һәм режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен юғары баһаланы.

http://www.bashinform.ru/news/1161136-telekanal-rossiya-1-pristupaet-k-semkam-film-zuleykha-otkryvaet-glaza/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть