Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Һуңғы ҡыңғырау»: 24-25 майҙа Башҡортостан магазиндарына алкоголь һатыу тыйыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

24 һәм 25 майҙа — «Һуңғы ҡыңғырау»ҙы уҙғарыу көндәрендә — Башҡортостан магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла.

Был тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылда ғәмәлгә индерелде. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу менән йәки унһыҙ штраф вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә.

«Һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголле продукцияны һатыуҙы тыйыу профилактик һәм тәрбиәүи маҡсатҡа эйә, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитетында.

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл республика мәктәптәрен 18 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы тамамлай.

Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» — 24 майҙа, 11-селәр өсөн 25 майҙа була. 11-селәрҙә аттестат тапшырыу һәм сығарылыш балдары БДИ һөҙөмтәләрен алғандан һуң 23 июндә ойошторола. Туғыҙҙарға берҙәм аттестат тапшырыу көнөн төп дөйөм белем биреү мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының резерв көндәрен уҙғарыуҙы иҫәпкә алып, һәр муниципалитет үҙҙалы билдәләй.

Бынан тыш, баш ҡалала 26 майҙа, йолаға әүерелгән, сығарылыш уҡыусыларының Яҙғы балы була.

http://www.bashinform.ru/news/1160900-posledniy-zvonok-24-25-maya-magazinam-bashkirii-zapreshchaetsya-prodavat-alkogol/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть