Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

Йылы ҡайта: Башҡортостанда был аҙнала +28 градусҡаса йылыта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә үк яуым-төшөм туҡтай, төбәктә +28 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 21 майҙа, республика буйлап урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төньяҡ райондарҙа йәшен йәшнәүе һәм боҙ яуыуы ихтимал. Көндөҙ Башҡортостандың көньяғы буйынса +27 градусҡаса йылына.  Ҡалған биләмәләрҙә йылы була, тотош республика буйынса метеорологтар +17, +22 градус фаразлай.

Шишәмбе, 22 майҙа, төндә генә ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ һауа температураһы 20-25 градусҡаса йылына. Төндә 5-10 градус йылы.

Шаршамбы, 23 майҙа, төбәктә йәйгесә һауа торошо урынлаша. Көндөҙ термометр бағанаһы 23-28 градус билдәһенә тиклем күтәрелеүе көтөлә. Яуым-төшөм көтөлмәй.

http://www.bashinform.ru/news/1161042-teplo-vozvrashchaetsya-v-bashkirii-na-eto-nedele-potepleet-do-28-gradusov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть