Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дизайнер, программист, инженер: Өфө предприятиелары инвалидтарға вакансиялар тәҡдим итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 24 майҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәһе уҙғара.

Ведомствола «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – алдынғы инженер, әйҙәүсе белгес, инженер-технолог, тәрбиәсе, дизайнер, электр элемтәһе инженеры, инженер-конструктор, программист, водитель, кассир, һатыусы-консультант, оператор, слесарь-ремонтсы, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электр монтеры, йөксө, урам һепереүсе, етештереү һәм хеҙмәт бүлмәләрен йыйыштырыусы, консультант, менеджер, диспетчер, техник, уҡытыусы, фармацевт, электр монтажсы һәм башҡа һөнәрҙәр.

Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем. 

http://www.bashinform.ru/news/1159989-dizayner-programmist-inzhener-predpriyatiya-ufy-predlozhat-invalidam-svoi-vakansii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть