Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан йорттар төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан ағымдағы йылдың дүрт ай йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округтары төбәктәре араһында йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса икенсе урынды биләй. Республика халыҡ иҫәбенә торлаҡ төҙөү буйынса шулай уҡ икенсе урында тора, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә ғинуар-апрелдә дөйөм 492,4 мең квадрат метр майҙанда 5 541 фатир ғәмәлгә индерелгән. Былтырға ҡарағанда 8,7 процентҡа аҙыраҡ.

Башҡортостанда бер мең кешегә 121 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөлгән торлаҡ өлөшө 80,4 процент тәшкил иткән.

Улар һалған 3 663 йорттоң майҙаны 359 мең «квадрат». Ул 2017 йылдың ғинуар-апреленән 7,9 процентҡа аҙыраҡ. Төҙөүселәр – республикалағы юридик шәхестәр быйыл тәүге дүрт айҙа дөйөм 96,5 мең квардат метр майҙанды файҙаланыуға тапшырған. Ул уҙған йылға ҡарағанда 12 процентҡа кәмерәк.

http://www.bashinform.ru/news/1160300-bashkiriya-zanimaet-vtoroe-mesto-v-pfo-po-stroitelstvu-domov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть