Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

2018 йылда яслеләр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә 1,3 миллиард һум йүнәлтелә – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылда республика яслеләр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә федераль бюджеттан алған 1,3 миллиард һумды йүнәлтә. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов II республика ата-әсәләр форумының пленар ултырышында хәбәр итте.

— Быйыл республика федераль үҙәктән 1,3 миллиард һум ярҙам алды, улар яслеләр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә йүнәлтелә, – тине төбәк етәксеһе. – 2020 йылға өс йәшкәсә балалар өсөн яҡынса 2,5 мең яңы урын файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башҡортостанда йәмғиәтттә яуаплы ата-әсәлек, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, уның матди именлеген күтәреү буйынса системалы саралар ҡабул ителә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Социаль кәрәк-яраҡтарға, ғаиләләргә адреслы ярҙамға – ә улар беҙҙә 1,2 миллион тиерлек – йыл һайын республикабыҙҙың тупланма бюджетының өстән ике өлөшө – 65 миллиард һум йүнәлтелә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Балалы, йәш ғаиләләргә, студент ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса өҫтәмә саралар индерелә.

http://www.bashinform.ru/news/1160807-na-stroitelstvo-yasley-i-detskikh-sadov-v-2018-godu-budet-napravleno-1-3-mlrd-rubley-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть