Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов дүрт ғаиләне «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған көндәрҙә Өфөләге Конгресс-холда үткән II республика ата-әсәләр форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәүгә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы. Наградалар менән бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлауға һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн дүрт ғаилә билдәләнде.

Зәйнуллиндар ғаиләһе – Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы һәм Самат Ишбулат улы – биш бала тәрбиәләгән. Уларҙың улы хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булған, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән билдәләнгән.

Семёновтар ғаиләһе – Галина Антоновна һәм Валерий Вениаминович – 18 бала тәрбиәләй: өсәүһе үҙҙәренеке һәм 15-е тәрбиәгә алынған. Уларҙың балалары уҡыуҙа һәм ижадта уңышҡа өлгәшә, байтаҡ Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары.

— Сәмиғуллиндар ғаиләһендә беҙҙең республикағы дан килтергән балалар бар. Алина Сәмиғуллина – еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылмаһының ғәмәлдәге спортсыһы (насар күреүселәр спорты), Паралимпия уйындары, донъя, Европа чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры, – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Чудовтар ғаиләһе – Галина Ильинична һәм Александр Николаевич – өс бала тәрбиәләгән. Максим Чудов – Рәсәй биатлонсыһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, республикабыҙҙа бик билдәле кеше. Ул Өфөгә һәм Башҡортостанға танылыу килтерҙе. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Республика Башлығы бүләкләнгән ғаиләләргә үҫеп килгән быуынға тәрбиә биреүҙә әүҙем мөнәсәбәттәре һәм уңыштары өсөн рәхмәт әйтте.

— Бына шундай күренекле, иҫ киткес ғаиләләр бар беҙҙең республикала, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ уларға ярҙам итергә, ошондай ғаиләләрҙе өлгө итеп ҡуйырға тейешбеҙ. Республика Башлығы булараҡ мин һеҙгә бик рәхмәтлемен. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән Башҡортостан Республикаһына дан килтергән, ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәки кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ эшләгән йәки ғилми, ижади, спорт йәғни башҡа ижтимағи мөһим эшмәкәрлектә айырым ҡаҙаныштары булған балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләр (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алғандар, опекундар, бағыусылар) бүләкләнә. Шулай уҡ награда менән өс һәм унан күберәк инвалид бала йәки алты һәм унан күберәк ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғандар билдәләнә ала.

Бөтә бүләкләнгән ғаиләләр 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк ала.

http://www.bashinform.ru/news/1160651-rustem-khamitov-nagradil-chetyre-semi-medalyu-roditelskaya-doblest/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть