Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй терәге» президенты Александр Калинин менән осрашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин менән осрашты.

Осрашыуҙа «Рәсәй терәге» башҡарма директорының төбәк үҫеше мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Олеся Дерябина, ойошманың Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйестәше Ләйсән Николаева, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов ҡатнашты.

Яҡтар үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Бер-беребеҙҙе аңлап һәм ярҙам итеп, ойошмағыҙ менән тығыҙ эш алып барабыҙ. Бәләкәй бизнес, эшҡыуарлыҡ беҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бәләкәй эшҡыуарлыҡ иҡтисадыбыҙҙың ҙур өлөшө булыуын аңлайбыҙ. Уның дөйөм продукцияһы республикала 1 триллион һумдан ашҡан. Кесе эшҡыуарлыҡта бик күп кеше мәшғүл.

Республикала бизнес менән креатив, шул иҫәптән глобаль баҙарға сығырға әҙер кешеләр шөғөлләнә, тип билдәләне Александр Калинин.

– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, иң мөһиме – бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡамасаламау. Уға ярҙам иткән осраҡта, айырыуса тышҡы иҡтисади эшәмәкәрлектә, ул тауҙар аҡтарыр, – тине «Рәсәй терәге» президенты. – Хәҙер яңы баҙарҙар асыла. Мәҫәлән, Ҡытайға аҙыҡ-түлек оҙатыу. Эшҡыуарҙарға сертификация, тауарҙарҙы таратыу менән ярҙам итергә мөмкин. Сөнки Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек – иң тәмлеһе. Силәбе өлкәһендә йәшәгәндә, һөт, ит һәр саҡ республиканан килтерелде.

Александр Калинин республика башлығына 2018 йылдың декабрендә Өфөлә «Рәсәй терәге» лидерҙарының XIII съезын үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте.

Ойошма етәксеһе һүҙҙәренсә, съезд спорт сараһы – тау саңғыһы кубогы менән тамамлана. Уны республика тау саңғыһы курорттарының береһендә уҙғарыу күҙаллана. Рөстәм Хәмитов үҙенең унда ҡатнашыу теләген белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 140 мең самаһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Уҙған йылда ғына уларҙың һаны 3,5 меңгә артҡан. Бәләкәй предприятиелар етештергән продукция (хеҙмәттәр) әйләнеше 2017 йылда 1,1 триллион һум тәшкил иткән. Кесе һәм урта бизнес субъекттары һаны, шулай уҡ бәләкәй предприятиелар әйләнеше буйынса республика Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй.  

http://www.bashinform.ru/news/1160225-rustem-khamitov-vstretilsya-s-prezidentom-opory-rossii-aleksandrom-kalininym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть