Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала праймеризға бюллетендәр форматы раҫланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» праймеризын уҙғарыу өсөн бюллетень төрҙәре раҫланды. Ҡарар алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ҡабул ителде. Уны төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев уҙғарҙы.

Бюллетень ике төрҙә була – кандидаттар исемлеге ҙур булмаған округтарҙа документ А4, кандидатар күберәк булған ерҙә А3 форматында баҫыла. Был мәғлүмәтте уҡыу еңелерәк булһын өсөн эшләнә, шрифт өлкәндәр өсөн бик уңайлы.

Бланктың уң яғында – партияның логотибы, һулда һаҡлағыс голограмма урынлашҡан. Бюллетень Үҙәк һайлау комиссияһы талаптарын иҫәпкә алып әҙерләнгән. Бүлеү һәр округтағы һайлаусылар һанынан сығып раҫланған.

Шулай уҡ ултырышта шәхси ғариза буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыны теркәүҙе ғәмәлдән сығарыу һәм тулы булмаған документтар пакетын тапшырмауға бәйле бер нисә ғариза биргән кешене ҡатнашыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Республика биләмәһендә 662 иҫәп участкалары булдырылған, адрестар исемлеген сайтта алдан тауыш биреү бүлегендә табырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1160043-v-bashkirii-utverzhden-format-byulleteney-na-praymeriz/

Теги: праймериз
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть